Эҫе көндәрҙе, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы менән бергә, хәүефһеҙ үткәрәйек!
Төп ҡағиҙәләрҙе иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:
йоҡа һәм тәбиғи туҡымаларҙан тегелгән кейем, башығыҙға кепка кейергә, яулыҡ ябынырға тырышығыҙ;
физик көс талап иткән эштәрҙе мөмкин тиклем кисектереп тороғоҙ;
эҫелә иҫерткес эсемлектәр ҡулланыу хәүефле, күберәк таҙа һыу эсегеҙ;
йышыраҡ күләгәлә булырға тырышығыҙ;
эҫе көндәрҙә янғын сығыу осраҡтары ла арта, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ.
Ҡотҡарыусылар, йә иһә янғын һүндереүселәр ярҙамы кәрәк булһа, 112 һандарына шылтыратығыҙ.Перепечатка материалов – с разрешения редакции. Мнения авторов и редакции могут не совпадать.
Все рекламируемые товары и услуги подлежат сертификации и лицензированию. За достоверность рекламы ответственность несёт рекламодатель.



Оставить сообщение: